- СентябрьДалее...

7, шаршамбы «Салауат Юлаев» – «Атлант» (Мытищи)-5:3
9, йома «СЮ» – «Динамо» (Рига)
11, йәкшәмбе «СЮ» – СКА (Санкт-Петербург)-2:4
16,кесе йома «СЮ» – «Аҡ барс» (Ҡаҙан)-5:4
18, йәкшәмбе «СЮ» – «Нефтехимик» (Түбәнге Кама)-3:4(б)
21, шаршамбы «Себер» (Новосибирск) – «СЮ» -5:4(б)
23, йома «Амур» (Хабаровск) – «СЮ»-2:5 -
Коммент.: 1 Просмотр.:4425 Добавлено:
1 сентября 2011
- Далее...
Кем уйлаһын?... Хабаровскиҙың "Амур" командаһы чемпионат башланыу менән бөтәһен дә туҙҙырып ташлап, КХЛ беренселегендә лидер булып китеп, барыһын да хайран итте. Күптәр уларға ҡаршы уйнай алмай, быйылғы миҙгелдә уларҙан сенсация көтөр һымаҡ тойолдо. Ысынлап та улар тарихында булмаған көсөргәнешлек тыуҙырып, былай ҙа бар булмышын ошо уйын төрөнә биргән Хабаровск халҡын йәнә ҡымжытып, спорт аренаһын ҡорт иләүенә әйләндерҙе... Артыҡ билет, алтын хаҡына күтәрелде. Тик, оҙаҡҡа барманы шул "Амур", йәки хәлһеҙләнде улар. Уйын артынын уйын отолоп, аҫҡа барып төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды улар. Хәҙер хатта, плей-офф зонаһына эләгер өсөн аҫтағылар менән көрәш алып бара. Уҙған ике осрашыуҙа, шулай уҡ 16 көслө командалар иҫәбенә көрәш алып барған Новокузнецкиҙың "Металлург" хоккейсылары менән ике осрашыу үткәрҙе. Тәүгеһендә ҡунаҡтар еңеүҙе тартып ала алһа, икенсеһендә лә ҡаршылашып, тик буллит серияһында отола. Хабаровск халҡына өмөт ҡалдыра. -
Коммент.: 0 Просмотр.:4 Добавлено:
Вчера, 09:58
- Далее...
Мини-футбол, икенсе төрлө әйткәндә футзал спорт төрө менән 1920 йылдарҙа Бразилия уйынсылары башлап шөғөлләнә башлай. Бер ваҡыт футбол буйынса донъя беренселеге барғанда , Бразилия командаһы уйын алдынан күнекмәләрен залда шөғөлләнеп, ошо төр менән үҙ-ара футбол уйнай. Быны күреп ҡалып Австрия белгестәре йәһәт кенә үҙҙәренең етәкселегенә еткерә. Һәм улар ҙа мауығып китәләр. Аҙаҡтан уларҙан күреп Голландия, Испания, Италия кеүек илдәр ҙә мини-футболды үҙ итә. Хатта Голландия ошо төр буйынса үҙенең милли бернселеген уҙғара башлай. Йылдар үтә бара ул ҙур популярлыҡ яулап, бөтөн Европаны ялмап ала. 1974 йылда тәүге рәсми осрашыуҙа Италия менән Ливия командалары уйнап, тәүгеһе дәғүәсеһен 9:2 иҫәбенә ота. 1986 йылда һигеҙ команда ҡатнашлығында официаль булмаған чемпионат уҙа. Ә инде өс йылдан һуң тәүге официаль донъя беренселегенә лә сират етә. -
Коммент.: 0 Просмотр.:8 Добавлено:
Вчера, 09:23
- Далее...
Хорватияла барған мини-футбол буйынса Европа беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы сирекфиналда Сербия уйынсыларын 2:1 иҫәбенә отоп, ярымфиналға сыҡты. Финалғы сығыр өсөн улар чемпионат хужалары менән көрәшәсәк. Хорватия иһә, Украина футболсыларын пенальти серияһында еңеп, ошо хоҡуҡҡа эйә булды. -
Коммент.: 0 Просмотр.:3 Добавлено:
Вчера, 09:17
- Далее...
Был юлы Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре ситтәге өс осрашыуҙан бары өс мәрәй генә алып ҡайта алды. Күрәһең, алты уйын рәттән уңышлы сығышы уларҙы тонсоҡторҙо. Әлбиттә, Көнсығыш конференцияһы лидеры – Силәбенең «Трактор»ы юҡҡа ғына үҙенең юғары баҫҡыста тормауын иҫбатлап, Гагарин кубогын яулаусыға бар йәһәттән көслө дәғүәсе икәнен күрһәтһә, ә инде чемпионат аутсайдеры – плей-оффҡа эләгеүгә бар мөмкинлеген юғалтҡан Екатеринбургтың «Автомобилист» хоккейсылары ҡалған осрашыуҙарында үҙ көйәрмәндәренә бүләк яһарға булды. Чемпионды еңеүе үҙе ни тора?!. Иҫәбе лә ҡот осҡос… Юлаевсылар «тешһеҙ» уйын күрһәтеп, хужаларға 6:2 иҫәбенә отолдо. Осрашыу тулыһынса «Автомобилист»ың өҫтөнлөгө менән үтте һәм улар лайыҡлы рәүештә үҙҙәренә байрам яһаны. Ә иһә өфөләр команда уйынын юғалтып, шаңҡыған балыҡ шикелле борттан-бортҡа бәрелеп, шайбаны тыңлата алмай ыҙаланды. Шуға ҡарамаҫтан, «Салауат Юлаев» командаһы үҙ дивизионында лидерлыҡ позицияһын һаҡлап ҡалды. Икенсе урында килеүсе «Авангард» уйынсылары СКА-ны 5:3 иҫәбенә отоп, өфөләрҙән хәҙер дүрт мәрәйгә генә ҡалыша. Беҙҙең дивизиондағы «Барыҫ» та еңеү байрам итте. Улар «Нефтехимик»ты 7:4 иҫәбенә еңде.
«Трактор» – «Аҡ барс» – 2:6, «Металлург» /Мг./ – «Динамо» /Рига/ – 3:2, «Югра» – «Атлант» – 2:1 /буллит/. -
Коммент.: 0 Просмотр.:9 Добавлено:
6 февраля 2012
- Эҙерлекләү ярышында Евгений Гараничев финишка өсөнсө килеп, шәхси һөҙөмтәһен йәнә бер миҙал менән байытты. Афарин! Ике көн ярыш күрһәткесе буйынса Рәсәй йыйылма командаһы биатлонсылары бер алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал яуланы. Әле бар спортсылар ҙа финишҡа килеп бөтмәгән әле. Устюгов- етенсе.Далее...
-
Коммент.: 0 Просмотр.:9 Добавлено:
4 февраля 2012

» "Барселона" клубы һәм Аргентина йыйылма к ...
» «Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш ко ...
» Бер Ольга Зайцева ғына тырышҡан һыма& ...
» «Салауат Юлаев» каникулдан сыҡты
» Кличколар "баш" һалырға әҙер. ...
» Антти Пильстрем: «Өфөлә көй ...
» "Салауат Юлаев " - "Северсталь" - 2:1(буллит)
» Мария Шарапова финалда!
» Силәбе башҡорт егете Мексикала билдәл ...
» Евгений Гараничев һигеҙенсе алтын яуланы
Сейчас на сайте:
Пользователей: 0
| Отсутствуют. |
Роботов: 1
| Googlebot |
Гостей: 4
Всех: 5
20ка посетивших:
Пользователей: 2
admin, nur
Изящные решения - заказ кухни - компания «Верона».
Купить платье, магазин одежды - домашние костюмы.

Войти на сайт





